Июндә республика халҡын оҙайлы ялдар көтә

12 июнь – Рәсәй көнө – Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы байрам көнө булып тора.

Июндә республика халҡын оҙайлы ялдар көтә

Быйыл байрам ял көнө – шәмбе менән тап килә. Был осраҡта ял байрамдан һуңғы эш көнөнә, йәғни 14 июнгә күсерелә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 12, 13, 14 июнь ял көндәре тип иҫәпләнә. Кесаҙна, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 12 июндәге байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA