Таҙалыҡ - үҙебеҙҙең ҡулда

Калинин районының торлаҡ - коммуналь хужалығы хеҙмәте биләмәләрҙе төҙөкләндереү, йыйыштырыу  эшен  дауам итә. Бының өсөн райондың төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет ойошмаһының 30 - ҙан ашыу техникаһы һәм шәхси составы йәлеп ителгән.

Уларға газондарҙы сабыу, сүплектәрҙе таҙартыу, йәш ағастарға һыу ҡойоу, юл эргәләрен аҡлау, буяу, транспорт туҡталыштарының , балаларҙың  уйын һәм спорт майҙансыҡтарының санитар торошон тәьмин итеү, сүп-сарҙы йыйыу кеүек эштәр башҡарырға тура килә.

Хөрмәтле Калинин районы халҡы! Йәшәгән ҡалабыҙҙың таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулда! Шуны онотмаһаҡ ине!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA