Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре ҡала биләмәләрен таҙартыу эштәрен дауам итә

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре баш ҡала урамдарын һәм ихаталарын сүп-сарҙан, туҙандан һәм бысраҡтан таҙартыу эштәрен дауам итә.

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре баш ҡала урамдарын һәм ихаталарын сүп-сарҙан, туҙандан һәм бысраҡтан таҙартыу эштәрен дауам итә.

Өфө урамдарын 420 берәмек техника ҡулланып, 450-нән ашыу коммуналь хеҙмәткәрҙәр йыйыштыра. Уҙған тәүлектә 1 300 кубометр сүп-сар сығарылған. Йыл башынан – 115 мең кубометрҙан ашыу.

Көн һайын юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы йыуыу эштәре алып барыла. Бөгөнгө көндә ҡалала 39 һыу һибеү машинаһы, 29 автомобиль-пылесос эшләй. Тротуарҙарҙы һәм йәйәүлеләр зоналарын таҙартыу өсөн 8 ҙур габаритлы пылесос ҡулланыла.

Шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау дауам итә. Сезон башынан 53 217 квадрат метр майҙанда 8 824 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы йәйелгән, үткән аҙнала 6 560 квадрат метр майҙанда 1 092 тонна асфальт йәйелгән. Көн һайын көндөҙгө сменала 10 бригада һәм төнгө сменала кәмендә 8 бригада эшләй.

Йорт яны биләмәләрен санитар таҙартыу, сүп-сарҙарҙы сығарыу, үләндәрҙе сабыу, ағас, сәскә үҫентеләренә һыу һибеү, ҡыуаҡтар ултыртыу, сүп-сар контейнерҙарын, эскәмйәләрҙе һәм ҡоймаларҙы төҙөкләндереү һәм буяу, ағастарҙың ҡоро ботаҡтарын ҡиҫеү эштәре дауам итә. Бөгөн Өфөлә 703 ихата йыйыштырыусы һәм 135 берәмек техника эшләй. Газондарҙы тәртипкә килтереүҙә 120 кеше эшләй.

Бынан тыш, ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау эштәре бара. Бөгөнгө көндә ул 7 595 квадрат метр майҙанда башҡарылған, 10 107 квадрат метр ремонтҡа әҙерләнгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA