30 майҙа Салауат Юлаев исемендәге майҙанда дүртенсе тапҡыр «ЗаБег.РФ» ярыммарафоны үтте. Сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар 5, 10 һәм 21,1 саҡрым араны йүгереп үттеләр. Балалар өсөн ойошторусылар ата-әсәләр менән бергә йугереү өсөн 1 километрлыҡ трасса әҙерләнгәндәр ине.
Өфө менән бер үк ваҡытта ярыммарафонда старт тағы 85 ҡалала бирелде.
Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаров һәм Рима Баталова сәләмләнеләр.
- Бөгөнгө сарала бөтә ил буйынса 150 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Сергей Греков. – Иң ҡыуандырғаны – ул, өфөлөләрҙең ғаиләләр менән бергә ҡатнашыуы.
Сараны асыу тантанаһынан һуң Сергей Греков спортсылар менән берлектә 10 километр дистанцияны уҙҙы.
Йүгереүҙә ҡатнашыусыларға стартта футболка һәм сувенирҙар, ә финишта уникаль миҙал тапшырылды.
Ярыммарафон «Демография» милли проектының «Спорт – тормош рәүеше» федераль проекты сиктәрендә ойошторола.