Сергей Греков «ЗаБег.РФ» ярыммарафонында ҡатнашты

30 майҙа Салауат Юлаев исемендәге майҙанда дүртенсе тапҡыр «ЗаБег.РФ» ярыммарафоны үтте. Сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

30 майҙа Салауат Юлаев исемендәге майҙанда дүртенсе тапҡыр «ЗаБег.РФ» ярыммарафоны үтте. Сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар 5, 10 һәм 21,1 саҡрым араны йүгереп үттеләр. Балалар өсөн ойошторусылар ата-әсәләр менән бергә йугереү өсөн 1 километрлыҡ трасса әҙерләнгәндәр ине.

Өфө менән бер үк ваҡытта ярыммарафонда старт тағы 85 ҡалала бирелде.

Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаров һәм Рима Баталова сәләмләнеләр.

- Бөгөнгө сарала бөтә ил буйынса 150 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Сергей Греков. – Иң ҡыуандырғаны – ул, өфөлөләрҙең ғаиләләр менән бергә ҡатнашыуы.

Сараны асыу тантанаһынан һуң Сергей Греков спортсылар менән берлектә 10 километр дистанцияны уҙҙы.

Йүгереүҙә ҡатнашыусыларға стартта футболка һәм сувенирҙар, ә финишта уникаль миҙал тапшырылды.

Ярыммарафон «Демография» милли проектының «Спорт – тормош рәүеше» федераль проекты сиктәрендә ойошторола.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA