Муниципалитетта сираттағы Ҡала төҙөлөшө советы үтте

27 майҙа Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков Ҡала төҙөлөшө советы ултырышын үткәрҙе. Унда ҡала биләмәләрен планлаштырыу проекттары һәм межалау проекттары ҡаралды.

27 майҙа Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков Ҡала төҙөлөшө советы ултырышын үткәрҙе. Унда ҡала биләмәләрен планлаштырыу проекттары һәм межалау проекттары ҡаралды.

Ҡала төҙөлөшө советы ағзалары иғтибарына бер нисә проект тәҡдим ителде. Айырым алғанда, улар Өфөнөң Совет районындағы Ленин, Киров, Вокзал, Цурюпа урамдары һәм Ибраһимов бульвары менән сикләнгән биләмәләрҙе үҫтереүҙең архитектура концепцияһы проектын ҡаранылар.

Әлеге проект буйынса 18 һәм 25 ҡатлы алты торлаҡ йорт төҙөлөшө планлаштырылған. Яҡын-тирәләге мәктәп  биләмәһен төҙөкләндереү, ябыҡ ихата территорияларын ойоштороу, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү, спорт һәм уйын зоналарын урынлаштырыу, өлкәндәр өсөн ял итеү урындарын ойоштороу, шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу күҙаллана.

Бынан тыш, балалар баҡсаһы, поликлиника, ял итеү бүлмәләре, дарыухана пункты, физкультура-сәләмәтләндереү дәрестәре бүлмәләре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар кибеттәре, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиелары кеүек төкәтмә биналар төҙөү планлаштырыла.

Шулай уҡ 95-се һанлы мәктәпте реконструкциялау, уның территорияһын арттырыу тәҡдим ителде.

Фекер алышыу барышында Ҡала төҙөлөшө советы ағзалары әлеге проектты тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡаранылар. Проектты хупланылар һәм уны киләсәктә  ғәмәлгә ашырыу буйынса ҡарарҙар ҡабул иттеләр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA