Сауҙа объекттарында янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж

Сауҙа объекттары – магазин һәм һатыу нөктәләре  янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса яуап бирергә тейеш. Өфө ҡалаһы Калинин районының  янғын профилактикалау бүлеге белгестәре «Великан» һәм «Радуга» сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре араһында эш урынында янғын хәүефһеҙлеген булдырыу талаптарын аңлатты.

Төп иғтибар граждандарҙы дөрөҫ эвакуациалау тәртибенә  бирелде. Инструктаж үткәреүселәр шулай уҡ сауҙа  үҙәктәренә ҡуйылған янғын һүндереү ҡоролмаларының төҙөклөгөн дә тикшерҙе.  Осрашыу һуңында объект өсөн яуаплы  булған кешеләргә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр тапшырылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA