Һаумы, йәй!

24 май Контр - адмирал М.И.Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге, «Райский берег» һауыҡтырыу һәм күңел асыу комплексы менән берлектә 3-сө һанлы интернат мәктәбенең 1-се синыфын тамамлаусы уҡыусылар өсөн «Һаумы, йәй!» тип исемләнгән байрам ойошторҙо.

 

Һаумы, йәй!

Ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, бағымсылар һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре был мәртәбәле сараның ҡунаҡтары булды. Балалар өсөн төрлө уйындар һәм мауыҡтырғыс күңел асыу программаһы тәҡдим ителде. Пицца әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты һәм уны бергәләп бешереп ҡараны.
Бағымсылар ҙа балалар өсөн бик күп көс һалды: берәүҙәр батутта һикерһә, икенселәр рәхәтләнеп әүһәләктә эйҙе, теләгәндәр тәмлекәстәр менән һыйланды, күлдәге өйрәктәрҙе ашатты һәм хатта тейен менән дә дуҫлаштылар.
«Созвездие» берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре сарала ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.
Һуңынан бөтә ҡатнашыусыларға ла татлы бүләктәр бирелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA