Бөгөн Шаҡша биҫтәһенең 78 -се һанлы мәктәбенә Рәсәй Федерацияһы Геройы Анатолий Александрович Сафроновтың исеме бирелде

Тантаналы сарала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, БР баш федераль инспекторы Алексей Касьянов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР хәрби комиссары Михаил Блажевич, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков, Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

-Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар. Һеҙҙең менән бергә булыуыма сикһеҙ шатмын. Тормошта иң мөһиме -тыуған илде, ерҙе яратыу. Мин һеҙҙең һәр берегеҙҙең илдең ышаныслы вәкилдәре булып үҫеүегеҙҙе теләйем, тине үҙенең сығышында Анатолий Александрович.
Тантаналы сарала шулай уҡ Рәсәй Геройының әсәһе - Лидия Алексеевна Сафронова һәм синыфташтары ҡатнашты. Сара һуңында 78-се муниципаль белем биреү үҙәгенә таҡтаташ ҡуйылды. Унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: “Был мәктәптә 1966-1976 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Геройы, РФ атҡаҙанған хәрби летчигы, авиация генерал-майоры Сафронов Анатолий Александрович уҡыған”.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA