Хаҡлы ялдағыларҙы республика буйлап экскурсияларға саҡыралар

Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙы «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә республика буйлап бушлай экскурсияларға саҡыралар. Проект 2020 йылдың сентябрендә башланғайны. Ул Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттар буйлап бушлай бер көнлөк сәфәргә сығыуҙы күҙ уңында тота һәм проектта ҡатнашыусыларҙы тыуған яҡ «ынйылары», мәҙәни мираҫ менән таныштырырға мөмкинлек бирә.

Әлеге көндә түбәндәге йүнәлештәр буйынса экскурсияларҙы һайларға була: Шихан Торатау – Воскресенск ауылы; Ҡыҙыл шишмә; Красноусол курорты – Ташаҫты; Бөрө – сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр ҡалаһы; «Нарыҫтау» туристик базаһы – «Изге Ғәли» шишмәһе; «Святые кустики» ир-егеттәр монастыры; Бөрө –  тарихы һәм хәҙергеһе.

Проектта ҡатын-ҡыҙҙарға – 55, ә ир-аттарға 60 йәштән башлап ҡатнашырға мөмкин.

Бушлай экскурсияға барыу өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» сайтында теркәлергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 235-84-37.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA