Калинин районында профилактик рейд

Һауа температураһы күтәрелеү менән балалр һәм өлкәндәр йылға буйҙарына ашыға . Нәҡ ошо ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында үкенесле хәлдәр күбәйә.

Шуны күҙ уңында тотоп,  граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының Калинин районы биләмәһендә йылға ярҙары  буйлап хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса профилактик рейдттар үткәрҙе.  Көн һайын ял итеүселәргә һыуҙа үҙеңде нисек тотоу  ҡағиҙәләре  аңлатылды. Айырым иғтибар бәлиғ булмағандарға һәм балалы ғаиләләргә  бүленде.

Хөрмәтле Калинин районы халҡы!

Бөтә шарттар булдырылған рәсми пляждарҙа ғына ял итеүегеҙҙе һәм һыу инеүегеҙҙе һорайбыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ.  Айырыуса балаларға ҙур иғтибар бүлегеҙ уларҙы күҙ уңайынан сығармағыҙ. Иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланмағыҙ, күп кенә ҡазаларҙың башында кешенең иҫерек килеш йылға буйына килеүе икәнен онотмағыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA