Сергей Греков Тамара Танһыҡҡужина менән шашка буйынса бер үк ваҡытта уйнау сеансында ҡатнашты

15 майҙа Ватан паркында шашкалар буйынса бер үк ваҡытта уйнау сеансы булып үтте. Сара барышында 250 уйын бер үк ваҡытта үткәрелде.

15 майҙа Ватан паркында шашкалар буйынса бер үк ваҡытта уйнау сеансы булып үтте. Сара барышында 250 уйын бер үк ваҡытта үткәрелде. Турнирҙы Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков үткәрергә тәҡдим иткән ине. Бөгөн ул шулай уҡ Тамара Танһыҡҡужина менән уйнаны.

Сеанстарҙы шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинанан тыш, донъя чемпиондары Айнур Шайбаков, Алия Әминова, Айгөл Иҙрисова, Муродулло Амриллаев, Даниил Ильин, Европа чемпиондары Тамерлан Әхмәров Марсель Шәрәфетдинов алып барҙылар.

– Бөтә донъя шашкаһының баш ҡалаһында – Өфөлә барығыҙҙы ла сәләмләүемә шатмын. Тап шулай, сөнки спорттың был төрө буйынса 6 донъя чемпионының 5-һе Өфөлә йәшәй һәм шөғөлләнә, һәм бөгөн улар барыһы ла был уникаль ваҡиғала ҡатнаша. Шашка ул иҫ киткес тамаша. Беҙ был уйында бәләкәй саҡтан башлап, ғүмер буйы уйнайбыҙ. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф һәм еңеүҙәр теләйем, - тине Сергей Греков турнирҙы асыу тантанаһында.

Үҙ сиратында, Тамара Танһыҡҡужина интеллектуаль спорт һөйөүселәр исеменән уларға бүләк иткән байрам өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Варшавала беҙ Рәсәйҙең, Башҡортостандың шашкалар мәктәбе иң көслөһө, тип иҫбатланыҡ. Был беҙҙең уртаҡ еңеү. Турнир традицияға әүерелер һәм беҙ йышыраҡ осрашырбыҙ, тип өмөтләнәм, – тине ул.

Чемпиондар менән уйынды тигеҙ иҫәп менән тамамлаусыларға һәм еңеүселәргә миҙалдар, ҡиммәтле приздар тапшырҙылар. Бынан тыш, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сертификаттар алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA