«Тулҡын» паркында еңеү көнө билдәләнде

Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң «Тулҡын» паркында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.

Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң «Тулҡын» паркында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.
Почетлы ҡунаҡтар араһында тыл хеҙмәтсәндәре,һуғыш ветерандары, Рәсәй Федерацияһы дәүләт думаһы депутаты Рафаэль Марданшин, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов,Өфө ҡалаһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнеш отряды командиры полковник Дмитрий Косуха булды.
Өс сәғәтлек концерт программаһы «Еңеү көнө» тип исемләнгән йырҙан башланып китте һәм хәрби композиция менән  дауам итте. Рәсәй Федерацияһы дәүләт думаһы депутаты Рафаэль Марданшин ҡунаҡтарҙы сәләмләү менән мөрәжәғәт итте :
– Еңеү көнө беҙҙең һәр беребеҙгә ҡағыла, сөнки һуғыш һәр йортҡа инде. Беҙ, бөйөк еңеү вариҫтары булараҡ, балаларыбыҙға еңеү  тураһында һөйләргә һәм дөрөҫлөктө һаҡларға тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Өфө ҡалаһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнеш отряды командиры полковник Дмитрий Косуха шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылды.
Еңеү өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре менән Олег Котов мөрәжәғәт итте.
Яңы сәхнә майҙансығында яңы оркестр, артистар, халыҡ һәм эстрада коллективтары сығыш яһаны . Улар араһында 
Николай Середов Алексей Поникар, Динар Леонов, Рустумханов Самир, Анастасия Мортазина, Гөлфиә Шавалиева, Динар Гиззатуллин, Софья Широких,Андрей Фирстов, Семененко Камилла, Эмилия Саитова, Заһир Шагаргазин, Кирилл Политов, Полина Дудко, Гөлфиә Шавалиева булды,шулай уҡ ансамбль «Голоса Друзей », «Галатея», «Экспромт», «Карусель», ОВХС «Ассоль» ГКЗ «Башҡортостан», Рудольф Нуреев исемендәге башҡорт хореография колледжы,«Тамъян» оркестры байрам концертында сығыш яһаны.
Бүләкләү тантанаһында Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте менән Агропарк «ЕврАзия» берлегендә ойошторолған «Еңеү Төшөрәм»һүрәттәр конкурсына һығымта яһалды.
Байрам бөтә парк буйлап барҙы. Кесе йәштәге балалар өсөн интерактив майҙансыҡтар эшләне: мастер-кластар, унда ҡағыҙҙан эшләнгән Еңеү символы – ҡәнәфер, күгәрсен, тематик открыткалар, сувенирҙар һ. б., фото-зона, интеллектуаль зона, унда байрам ҡунаҡтары һуғыш тарихы буйынса белемен тикшерә алды. Ҡала халҡы араһында айырыуса ҙур популярлыҡ яулаған  автомат йыйыу буйынса мастер-класс.Ишек алдында шулай уҡ«еңеү рекорды» тип аталған ярыш барҙы.Йәмәғәт туҡланыу нөктәһе булды һәм әлбиттә һәр бер ҡала кешеһе бутҡа  һәм ҡайнар сәйҙән ауыҙ итте!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA