Сергей Греков ветерандарҙы етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотланы

Еңеү көнө алдынан Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Соловьев Григорий Иванович һәм Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улын яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотланы.

Еңеү көнө алдынан Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Соловьев Григорий Иванович һәм Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улын яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотланы.

Ул Өфө Хакимиәтенең Почет грамоталарын һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе тапшырып, ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, именлек, рух күтәренкелеге һәм оҙон ғүмер теләне.

Григорий Соловьев быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләп үтәсәк. Ул 1941 йылда Мәскәү өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан. 45 миллиметрлы пушка орудиеһы менән командалыҡ иткән. Ике тапҡыр яраланған. Өсөнсө яраланғандан һуң госпитальдә дауаланған.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Григорий Иванович Өфөлә 1947-1962 йылдарҙа «Тимерюлсылары клубы» директоры булып эшләгән. 1962-1974 йылдарҙа «Спутник» клубы һәм «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы директоры. Хаҡлы ялға ул Өфө Дәүләт циркында директор урынбаҫары вазифаһынан киткән.

Күп кенә 1 һәм 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм башҡа миҙалдар, йәмәғәт ойошмаларҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улына һуғыш башланғанда 17 йәш кенә булған. Ул тыуған ил өсөн көрәшергә, туғандарын һәм ғаиләһен яҡларға әҙер була.

Беренсенән уны Оренбург осоу училищеһына, һуңынан Мәскәү өлкәһенә ебәрәләр. Һуғыш тамамланғандан һуң Мөнир Ғәлләмов емерелгән Кенигсбергта (Калининград) тәртип һаҡлай. Ә демобилизациянан һуң юғалып ҡалмаған – Өфө нефть институтына уҡырға ингән, уны тик бишле билдәләренә генә тамамлаған. Хеҙмәт фронтында мастерҙан етәксе вазифаһына тиклем юл үтә.

Ул етештереү һәм нефть фәнен ойоштороусы. 100-ҙән артыҡ ғилми публикация авторы. СССР ордендары һәм миҙалдары, тармаҡ бүләктәре, Октябрь революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе. Маҡтаулы нефтсе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA