Быйылғы фестиваль Башҡорт тарихы йылына бағышланды. Баш ҡалабыҙҙың мәктәптәре араһында дүртенсе тапҡыр үткәрелде, өс йәш категорияһында 7-нән алып 18 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнашты. Байрамды Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы, Дим районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы ойошторҙо. Был сараның төп маҡсаты башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү, йәш таланттарын табыу һәм уларға артабан да үҙ һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү. Жюри рәйесе башҡорт эстрадаһында популяр йырсы, автор - башҡарыусы, бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Сәйет Билалов булды.Быйылғы фестивалдә алтмышҡа яҡын уҡыусы ҡатнашты. Сәхнәнән төрлө йырҙар яңғыраны. Гран прины Ибраһимова Наҙгөл яуланы.
28.04.2021
1297