Өфөләге «Горзеленхоз» муниципаль учреждение вольерында айыу балалары тыуған

Лесоводов исемендәге паркта урынлашҡан «Горзеленхоз» муниципаль учреждение вольерында өс айыу балаһы тыуған.  

Лесоводов исемендәге паркта урынлашҡан «Горзеленхоз» муниципаль учреждение вольерында өс айыу балаһы тыуған.  

Вольер хеҙмәткәрҙәре 6-7 ғинуарҙа айыу балаларының беренсе тауыштарын ишетәләр. Был ваҡыт эсендә сабыйҙар әсәләре янында була. Һуңынан уларҙы айыралар, сөнки үҫә төшкән һайын айыуҙар кешеләргә артыҡ агрессия күрһәтә башлай. Бәләкәй ваҡытта әсәләренән айырып алынған айыу балалары кешеләрҙе үҙҙәренең дуҫтары итеп ҡабул итәләр.

Бөгөн улар йылытылған бүлмәлә йәшәйҙәр, ике сәғәт һайын, шул иҫәптән төндә лә, шәкәрле һөт менән туҡланалар. Быйыл тотороҡһоҙ һауа торошо арҡаһында айыу балалары өңдән һуң сыҡҡандар.

– Беҙҙең вольер уникаль ҡоролма, сөнки аналогтар юҡ. Был зоопарк түгел,  бында кешеләр ябай паркта йәки скверҙа кеүек хайуандарҙы бушлай ҡарай ала. Бөгөн беҙҙә 22 төрҙәге 59 хайуан бар: бүреләр, төлкөләр, ҡабан сусҡалары, шулай уҡ йорт хайуандары һәм ҡоштар, - тип әйт «Горзеленхоз» ойошмаһының йәшелләндереү һәм урман паркы бүлеге етәксеһе Максим Щербаков.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA