Өфөлә санитар таҙартыу буйынса яҙғы айлыҡ уҙасаҡ

29 мартта Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы санитар айлыҡ башлана. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Дөйөм ҡала өмәләре 10 һәм 24 апрелдә уҙғарыласаҡ.

Санитар айлыҡ сиктәрендә йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, кәртәләрҙе, биналарҙың фасадтарын төҙөкләндереү, юлдарҙы, ихаталарҙы һәм шулай уҡ йырындарҙы, йылға, күл буйҙарын таҙартыу буйынса эштәр ҡаралған.

Бөтә ҡала учреждениелары һәм шәхси ойошмалар етәкселәренә тирә-яҡ территорияларын тейешле хәлгә килтереү тәҡдим ителә.

Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙҙе ситтә ҡалмаҫҡа, санитар таҙартыу буйынса яҙғы эштәрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Дөйөм көс менән беҙ баш ҡалабыҙҙы таҙа, төҙөк һәм йәшәү өсөн уңайлы итә алабыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA