Өфө ҡалаһы Ленин районында Ватанды һаклаусылар көнө билдәләнде

Бөгөн, 18 февраль, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 32 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары уҙҙы.
Бөгөн, 18 февраль, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 32 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары уҙҙы. Ҡунаҡтар тантана залына йыйылды. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутат Галина Ишмөхәмәтова һәм Ленин районында йәшәүселәр әһәмиәтле сараға килде. Ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, Олег Котов билдәләп китте:Рәсәй халҡы өсөн мөһим байрамдарҙың береһе - Ватанды һаҡлаусылар көнө, сөнки беҙҙең үҫеп килгән быуында ул тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй,батырҙарыбыҙҙың ҡыйыулығы тураһында хәтерләтә. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла байрам менән ҡотлап,тыныс күк йөҙө,ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне. Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең башлығы Олег Котов Ленин районының 44-се поликлиникаһының баш табибы Илья Селезнёвты,Өфө ҡалаһы политехник колледжы ветераны Марсель Солтановты, «Башгражданстрой» етештереү эштәре менән шөғөлләнеүселәр Ильфир Габраупов алҡыштар аҫтында тантаналы рәүештә рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп китте. Кисә байрам концерты менән дауам итте.Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары «Йәдкәр» таланттары,ҡала мәҙәниәт һарайы солистары,Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов,Рудольф Нуреев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡыусылары, Өфө юридик институт оркестры солисы Мирослав Иванов һәм эстрада коллективы ЦДТ «Исток» ҡунаҡтарға үҙҙәренең музыкаль бүләктәрен тапшырҙы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA