Сергей Греков «Рәсәй саңғы юлы» ярышында ҡатнашты

13 февралдә Өфөнөң ете районында ла 39-сы «Рәсәй саңғы юлы» ярыштары уҙҙы. 1982 йылдан бирле үткәрелә торған илдең иң ҙур традицион ярыштарының береһендә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашты.

13 февралдә Өфөнөң ете районында ла 39-сы «Рәсәй саңғы юлы» ярыштары уҙҙы. 1982 йылдан бирле үткәрелә торған илдең иң ҙур традицион ярыштарының береһендә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашты.

Ул Өфөнөң Киров районында урынлашҡан Локотки ауылы янында 1 км дистанцияны үтте. Уның менән бергә саңғы йүгерештәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, баш ҡаланың Киров районы Хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов һәм башҡалар ҡатнашты.

Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Сергей Греков Өфөлә саңғы ярышының йылдан-йыл популярлаша барыуын билдәләне.

– Һеҙҙе ошондай матур байрам менән ҡотлайым! 2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең бөгөнгө ярышыбыҙ был йылдың үҙенсәлекле башы булып тора. Быйыл Өфөлә бик күп спорт саралары булыр, тип ышанам. Киләһе йылды «Рәсәй саңғы юлы» ярыштары үҙенең юбилейын билдәләйәсәк. 40-сы ярыштарҙа быйылғынан да күберәк ҡатнашыусылар булыр, тип уйлайым, – тине ул һәм барыһына ла сәләмәтлек, уңыштар һәм күтәренке кәйеф теләне.

Ғәҙәттәгесә, сарала төрлө йәштәге профессиональ саңғысылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Локотки ауылындағы майҙансыктан тыш, бөгөн ярыштар Дим районында – «Баланово» урман-парк зонаһында, Ленин районында – «Водник» стадионында, Октябрь районында – М.Ғафури исемендәге паркта, Совет районында - «Урмансылар» паркында, Орджоникидзе районында «Биатлон» спорт комплексы территорияһында үтте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA