10.02.2021
975
Президент гранттары буйынса 2021 йылдың икенсе конкурсына заявкалар ҡабул ителә башланы. Проекттарҙы 15 мартҡа тиклем тәҡдим итергә мөмкин.
Орджоникидзе районы Хакимиәте һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге конкурса әҙерлек буйынса семинәр үткәрә.
Ул 12 февралдә 15.00-17.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт (2 этаж, Б блогы, «Точка кипения» лекциялар зонаһы) адресы буйынса уҙа.
Семинар барышында конкурста ҡатнашыу, кәрәкле документтарҙы эҙерләү, бюджетты һанау буйынса кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ белгестәр әҙер проектаарҙы тикшереп, күрһәтмәләр бирә ала.
Белешмәләр өсөн Орджоникидзе районы Хакимиәтенең йәмәғәт менән бәйләнештәр бүлеге баш белгесе Иҙел Ғаяз улы Юлмөхәмәтовҡа 242-03-72 телефоны буйынса һәм oco223@mail.ru почтаһы аша мөрәжәғәт итергә.