Ҡала хылҡын «Рәсәй саңғы юлы» ярышында ҡатнашырға саҡыралар

13 февралдә Өфөнөң ете районында ла «Рәсәй саңғы юлы» бөтә Рәсәй саңғы ярышы уҙасаҡ. Унда профессиональ саңғысылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала.

 

13 февралдә Өфөнөң ете районында ла «Рәсәй саңғы юлы» бөтә Рәсәй саңғы ярышы уҙасаҡ. Унда профессиональ саңғысылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала.

Стартҡа беренсе булып сәғәт 11-ҙә Калинин районында Гастелло исемендәге стадионда ҡатнашыусылар сығасаҡ. Сәғәт 12-лә бер юлы бер нисә майҙансыҡта старт биреләсәк: Дим районында – «Баланово» урман-парк зонаһында, Киров районында – Локотки ауылында, Ленин районында – «Водник» стадионында, Октябрь районында – М.Ғафури исемендәге паркта, Совет районында - «Урмансылар» паркында. Ә инде Орджоникидзе районында «Биатлон» спорт комплексы территорияһында старт 15.00 сәғәттә биреләсәк.

Программа буйынса йүгерештәр 3 һәм 5 км дистанцияға уҙасаҡ. Өфөнән, республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән 10 меңдән ашыу һәүәҫкәрҙәр һәм спортсылар ҡатнашыр, тип көтөлә.

Ҡатнашыу өсөн ғаризаны район хакимиәттәрендә, йәки ярыштар уҙғарылған урында старт көнөндә яҙырға мөмкин. Иң мөһиме – ярыштарға рөхсәт тураһында медицина белешмәһе булыу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй саңғы юлы» ярышы 1982 йылдан бирле йыл һайын үткәрелә торған иң ҙур ярыштарҙың береһе.

Хөрмәтле  өфөлөләр! Һеҙҙе саңғы ярыштарында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Барлыҡ һорауҙар буйынса район хакимиәттәренең спорт комитеттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA