Өфөлә үҫмерҙәр араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды

9 февралдә Өфөлә БР биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә юниорҙар араһында  Бөтә Рәсәй ярыштары башланды. Унда Мурманск, Ульяновск өлкәләренән, Байкал аръяғы крайынан һәм Башҡортостан Республикаһынан 30-ҙан ашыу 19 – 21 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе  Александр Сидякин, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков, Рәсәй биатлонсылар союзы идаралығы ағзаһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Иван Черезов ҡатнаштылар.

Тантана барышында саңғы трассаларын әҙерләү өсөн техникаға сертификаттар һәм спорт инвентары тапшырылды. Шулай итеп, Өфө ҡалаһының 5-се һанлы муниципаль спорт мәктәбе «Буран» ҡар машинаһына сертификат алды.

Иртәгә, 10 февралдә, йәштәр араһында 15 һәм 12,5 километрға ярыштар уҙасаҡ. 12 февралдә спринтта еңеүселәр билдәле буласаҡ, ә 13 февралдә ҡатнаш эстафета уҙасаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA