«Тулҡын» паркын төҙөкләндереү дауам итә

Өфөлә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты ярҙамында Затон биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе – «Тулҡын» паркын төҙөкләндереү дауам итә.

Был күләмле реконструкция 2018 йылда уҡ башланған ине. Ошо ваҡыт эсендә парк бөтөнләй үҙгәрҙе. Бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала – яңыртылған йәки яңы төҙөлгән йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлы буйлап саф һауала йөрөү, спорт майҙансығында, Workout зонаһында, скейтпаркта күнекмәләр эшләү, хоккей уйнау йәки һырғалаҡта шыуыу, балалар майҙансығында уйнау, «Автоҡаласыҡта» юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәнеү йәки яңы уңайлы эскәмйәләрҙә ял итеү. Былар барыһы ла реконструкцияның тәүге ике этабы барышында башҡарылған.

Әле «Тулҡын»да төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы башланды. Ул күлдең тирә-яғын тәртипкә килтереүҙе, яңы терраса, йәйәүлеләр өсөн күпер һалыуҙы һәм амфитеатр төҙөлөшөн тамамлауҙы үҙ эсенә ала. Эшселәр йылы һауа торошо урынлашыу менән эштәрҙе тамамлаясаҡтар.  

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA