Ҡала хеҙмәттәре «Ҡарлы Өфө» интерактив картаһына ингән мөрәжәғәттәрҙе оператив рәүештә башҡара

Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте ҡала халҡынан интерактив картаға килгән мөрәжәғәттәрҙе үтәйҙәр. Билдәле булыуынса, «Ҡарлы Өфө» интереактив картаһы үткән аҙнала эшләй башланы. 27 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем унда 1500-ҙән ашыу ғариза ҡалдырылған. Уларҙың һәр береһе шәхсән рәүештә, проблемалы урындың үҙенсәлеген иҫәпкә алып ҡарала.

Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе урамдарҙы, квартал-ара юлдарҙы, тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы таҙартыуға ҡағыла.

Бөгөнгә ғаризаларҙың күбеһе коммуналь хеҙмәттәр тарафынан оператив хәл ителгән. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.

Ҡала халҡы был сервис менән бик актив ҡуллана һәм ыңғай яғын билдәләй.

– Элеккегөн генә интерактив картаға ғариза ҡалдырҙым. Бөгөн был урында ике трактор эшләй, ә хеҙмәткәрҙәр машина араларын көрәк менән таҙарталар, – тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡарлы Өфө» тигән интерактив картаның һылтанмаһы ҡала Хакимиәте сайтында, карта бүлегендә урынлашҡан. Ҡала халҡы үҙ ғаризаларын шунда ҡалдыра ала.

Ғаризаны ҡалдырыу өсөн ҡарҙан таҙартылмаған урынды фотоға төшөрөп, картала урынын билдәләргә һәм ҡыҫҡаса һүрәтләү менән беркетергә кәрәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA