Ҡала халҡы менән торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары буйынса осрашыуҙар үтте

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Өфөнөң һәр районында «Һорау – яуап» форматында халыҡ менән осрашыуҙар уҙҙы.

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Өфөнөң һәр районында «Һорау – яуап» форматында халыҡ менән осрашыуҙар уҙҙы.

Ҡала халҡы төрлө һорауҙар бирҙе. Айырым алғанда, уларҙы йылылыҡ өсөн түләүҙәр, тарифтарҙы иҫәпләү, иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тикшереү, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға күрһәткестәрҙе тапшырыу һәм башҡа актуаль һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.

Шулай уҡ күптәр  ихаталарҙы төҙөклөндөреү, подъездарҙы һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса программалар менән ентекләберәк танышырға теләнеләр.

Өфөлөләрҙең һорауҙарына район хакимиәттәре башлыҡтары, депутаттар, республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, идара итеүсе һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар вәкилдәре яуап бирҙе.

Осрашыу барышында халыҡҡа уларҙың һорауҙары буйынса ентекле аңлатмалар бирелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA