Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековтың ҡотлауы

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм башҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Был көн республикабыҙҙың данлы үткәне һәм ышаныслы киләсәге тураһында ғорурланып иҫкә алыр өсөн матур сәбәп булып тора. Конституция 27 йыл элек граждандар йәмғиәте менән берләштереү символы булараҡ Рәсәй Федерацияһы составындағы  Башҡортостандың заманса дәүләтселек барлыҡҡа килеүенә ҡеүәтле импульс булып роль уйнаны.

Төп Закон республика ҡануниәтенең артабанғы камиллашыуын, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто,  Башҡортостанда йәшәүселәрҙең хоҡуғын яҡлауҙы  һәм милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты һаҡлауҙы тәьмин итә.

Конституция нормаларына һәм ҡағиҙәләренә таянып, уртаҡ эшебеҙ социаль-иҡтисади үҫеш менән комплекслы рәүештә шөғөлләнергә ярҙам итер тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем! Йортоғоҙға һәм ғаиләгеҙгә мөхөббәт,  татыулыҡ,  изгелек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы 
Өфө ҡалаһы ҡала округы 
Хакимиәте башлығы вазифаһын 
ваҡытлыса башҡарыусы                                                          С.Н. Греков


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA