Совет майҙанында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы үтте

19 декабрҙә Совет майҙанында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы булды. Өфө балалар филармонияһы артистары балалар һәм өлкәндәр өсөн йырҙар, бейеүҙәр һәм күңелле конкурстар менән ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы үткәрҙеләр.

Традиция буйынса, Мәскәй әбей барлыҡ байрамды боҙорға теләне, шулай ҙа Ҡыш, ҡар көрттәре, киләһе йыл символы үгеҙ һәм башҡа геройҙар балаларға уның хәйләләрен еңергә ярҙам иттеләр. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән барлыҡ ҡунаҡтарҙы Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу ҡотланылар, унан һуң улар шыршының уттарын ҡабыҙҙылар.

Быйыл Совет майҙанында 30 метр бейеклектәге пиксель шыршыһы ҡуйылған. Уны яҡты йондоҙ, төрлө диаметрлы Яңы йыл шарҙары, алтын һәм ҡыҙыл төҫтәге ҡыңғырауҙар биҙәй. Боҙ ҡаласығын төрлө скульптура композициялары, тауҙар һәм светодиод декоратив объекттар биҙәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Совет майҙанында шыршы ҡуйыу традицияһы уҙған йылды яңынан тергеҙелде. Элегрәк шыршы һәм боҙ ҡаласыҡтары совет осоронан алып 2011 йылға тиклем ҡала халҡын һөйөндөргән. Тап бына шуға күрә әлеге байрам майҙансығының тематикаһы һәм стилистикаһында совет осоро мотивтарын ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA