Өфөлә 4000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы һырғалаҡ асылды

Бөгөн, 18 декабрҙә, Рима Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының спорт әҙерлеге үҙәге территорияһында һырғалаҡ асыу тантанаһы булды. Уның майҙаны 4 000 квадрат метр тәшкил итә.

Бөгөн, 18 декабрҙә, Рима Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының спорт әҙерлеге үҙәге территорияһында һырғалаҡ асыу тантанаһы булды. Уның майҙаны 4 000 квадрат метр тәшкил итә.

Тантанала өфөлөләргә сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов мөрәжәғәт итте.

- Барлыҡ хыялдар тормошҡа аша. Беҙ иң текә һырғалаҡ тап бында булыуы тураһында хыялланған инек. Сөнки беҙ балаларға физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырабыҙ, - тип билдәләп үтте Руслан Хәбибов.

Өфөнөң Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов яңы йыл майҙансығын булдырыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

- Өфөлә ял итер өсөн тағы бер яңы пункт барлыҡҡа килде, унда беҙ һеҙҙең менән спортҡа яҡынлаша, бер-беребеҙҙе яңы йыл менән ҡотлай алабыҙ, - тине ул.

Шулай уҡ ҡунаҡтар Өфө халҡын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланылар һәм һырғалаҡты асылыуға ҡатнашы булған барлыҡ кешеләргә лә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр.

Асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы конькиҙа фигуралы шыуыу федерацияһы спортсылары сығышы һәм бейеү флешмобы менән дауам итте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA