Өфөнөң Совет майҙанын 30 метрлыҡ шыршы биҙәй

15 декабрҙә Совет майҙанында 30 метрлыҡ пикселле шыршы урынлаштырылды. Яһалма шыршыны 1 500 торған төрлө диаметрлы шарҙар, ҡыҙыл һәм алтын төҫтәге ҡыңғырауҙар биҙәй.

15 декабрҙә Совет майҙанында 30 метрлыҡ пикселле шыршы урынлаштырылды. Яһалма шыршыны 1 500 торған төрлө диаметрлы шарҙар, ҡыҙыл һәм алтын төҫтәге ҡыңғырауҙар биҙәй.

Пикселле яңы йыл символы тотош яҡтыртҡыстарҙан ҡоролған. Унда йәйғор төҫтәрен, спираль буйынса хәрәкәт иткән Рәсәй флагын, рус һәм башҡорт телендә «Яңы 2021 йыл менән» яҙыуын, сағыу түңәрәктәр һәм шыршының башҡа төрлө төҫтәргә үҙгәреүен күреп була. Майҙанда совет осорондағы биҙәү мотивтары менән ҡулланылған фигуралар урын алды.

Билдәләп үтәбеҙ, һуңғы йылдарҙа Совет майҙанында боҙ ҡаласығы, шыршы ҡуйылмай ине. Былтыр йоланы яңынан тергеҙергә ҡарар ителде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA