Ватан Геройҙары көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте исеменән ҡотлау

Ватан Геройҙары көнө менән!

                                            Хөрмәтле өфөлөләр! Ҡәҙерле дуҫтар!

Ватан Геройҙары көнө илебеҙҙә яңы байрамдар иҫәбенә инә. Шул уҡ ваҡытта был дата Рәсәй дәүләтендә булған Георгий кавалерҙары көнө йолаларын дауам итә.
1769 йылдың 9 декабрендә Екатерина II Изге Георгий Победоносец орденын булдыра. Был орден менән һуғышта батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр бүләкләнгән.

Беҙҙең көндәрҙә был байрам хәрби батырлыҡ һәм төҙөлгән көндән алып бөгөнгәсә Рәсәй армияһы геройҙары тарихын берләштерә һәм тыуған иле хаҡына ҡыйыулыҡ ҡылған яугирҙәрҙе онотмаҫҡа саҡыра.

Өфөлә хәрби мемориалдарға, иҫтәлекле урындарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлектәренә ҙур иғтибар бүленә. Урамдар, майҙан һәм ойошмаларға исем бирелә, бюст һәм таҡтаташтар урынлаштырыла, тарихи биләмәләр һәм ерләү урындары төҙөкләндерелә.  63 Советтар союзы һәм 4 Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, шулай уҡ 9 Тулы Дан кавалерҙары Ордены исемендәре мәңгеләштерелде. 1 Советтар союзы һәм 7 Рәсәй Федерацияһы Геройҙары тантаналы хөрмәтләнә.

Уларҙың лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлдары тыуған ергә илһөйәрлек миҫалы булып тора һәм үҫеп килеүсе быуынға патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә.

Өфө халҡы күренекле яҡташтары менән ғорурлана һәм ихтирам итә.

Барығыҙҙы ла иҫтәлекле дата менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, именлек, изгелек теләйбеҙ!

Оло ихтирам менән,
Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA