Өфөлә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса ҡала штабының сираттағы ултырышы үтте

2 декабҙә муниципалитетта видеоконференц бәйләнеш форматында ​ Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов етәкселегендә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса ҡала штабының сираттағы ултырышы үтте.

2 декабҙә муниципалитетта видеоконференц бәйләнеш форматында ​ Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов етәкселегендә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса ҡала штабының сираттағы ултырышы үтте. Уның эшендә Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район башлыҡтары һәм структура бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.

Көнүҙәк мәсьәләләр иҫәбендә медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен эш урынынан алып өйгә тиклем оҙатып ҡуйыу мәсьәләләре ҡаралды. Ковид-госпиталдәрҙә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолган «Такси. Забота» акцияһы муниципалитет һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Шулай уҡ кәңәшмәлә уҡыусылар өсөн дистанцион уҡытыу тәртибен бөтөрөү һәм боҙ ҡаласыҡтарын асыуға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Ғәзизов боҙ ҡаласыҡтарын ҡороу эштәрен ваҡытында башҡарыу һәм хәүефһеҙлек яғына етди иғтибар бүлеү тураһында һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бынан тыш, ултырышта район башлыҡтарына һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә тауҙан шыуған ваҡытта йәрәхәтләнеү осраҡтарын булдырмау буйынса эш ойошторорға ҡушылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA