Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобылдәге авария ҡорбандарын иҫкә алдылар

30 ноябрҙә радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө билдәләнә.

30 ноябрҙә радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө билдәләнә. Ошо көндә 34 йыл элек Чернобыль атом-электрстанцияһының шартлаған дүртенсе энергоблогы өҫтөндә саркофаг эшләү тамамлана.

Иҫтәлекле датаға  бәйле бөгөн Еңеүҙең  50 йыллығы скверында  Чернобыль һәм башҡа радиация фажиғәләре һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙар һәйкәленә сәскәләр һалыу  тантанаһы үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев, Өфө Хакимиәте вәкилдәре һәм «Чернобыль»  ойошмаһының ветерандар һәм инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы активистары ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар памятникҡа сәскә һалды, ваҡиғала һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Башҡортостан Республикаһынан Чернобыль ҡазаһы эҙемтәһен бөтөрөүҙә 10 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Әлеге ваҡытта республикала 4000 тирәһе радиацияға дусар булған граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына йәшәй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA