Өфөлә боҙ ҡаласыҡтарын биҙәү өсөн боҙ әҙерләй башланылар

Өфөлә Яңы 2021 йылды байрам итеүгә актив әҙерлек бара. Быйыл ҡала биләмәһендә боҙ ҡаласыҡтары менән йыһазландырылған өс ҡала шыршыһын һәм 16 район шыршыһын урынлаштырыу планлаштырылған. Баш ҡала шыршылары Ленин, Салауат Юлаев исемендәге майҙандарҙа һәм Совет майҙанында урнаштырыласаҡ.

Һалҡын һауа торошо уңайынан, ғәҙәттәгесә, боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү өсөн файҙаланыла торған боҙ кәрәк ҡалынлыҡты йыйған. Был ҡала хеҙмәттәренә төрлө скульптуралар һәм композициялар өсөн боҙ әҙерләй башларға мөмкинлек бирҙе.

Айырым алғанда, бөгөн Өфөнөң Ленин районын төҙөкләндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Затон һәм Нижегородка биҫтәләрендә урынлашҡан яңы йыл боҙ ҡаласыҡтары өсөн боҙ әҙерләй башланылар. Боҙло һындар өсөн сеймалды «Водник» стадионы янындағы Ағиҙил йылғаһынан килтерәсәктәр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кәңәштәренә бәйле, быйыл Яңы йыл майҙансыҡтарында күп кешеләрҙең йыйылыуын булдырмаҫ өсөн, яңы йыл боҙ ҡаласыҡтарҙың һәм майҙансыҡтарҙың һанын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Торлаҡ хужалығы идараһы линияһы буйынса ихаталарҙа 45 боҙ ҡаласыҡтары, 22 боҙ майҙансыҡтары, 52 тау, 53 шыршы һәм  45 хоккей майҙансыҡтары төҙөкләндереләсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA