Һалдат даны һәм әсә хәтере музейы яңы статус алды

Юғары профессионализм, хәрби - патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн комитет ағзаларына Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды.

15 ноябрҙә Хәрбиҙәрҙе һәм граждандарҙы яҡлау комитетына 30 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара үтте - Һалдат даны һәм әсә хәтере музейына «интерактив» статусы бирелде.

Сарала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов,  Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Юғары профессионализм, хәрби - патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн комитет ағзаларына Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы музейҙың техник һәм интерактив яңылыҡтары менән таныштырҙылар һәм улар  өсөн экскурсия ойошторолдо.

Һалдат даны һәм әсә хәтере музейы 1997 йылдың март айынан алып эшләп килә. Унда яугир яҡташтарыбыҙҙың батырлығын күрһәткән әйберҙәр тупланған. Музейҙа 2 500 экскурсия, 245 батырлыҡ дәрестәре, һәләк булған ватанды яҡлаусылар хөрмәтенә 17 хәтер көндәре үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA