08.11.2020
518
Дим районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында “Башҡорт кейем нимә һөйләй?” ғаилә ижады проекты тамамланды. Үҙҙәренең эштәрен тәрбиәселәр тыуған илде, тыуған ерҙе өйрәнеүҙе тәрбиәләнеүселәр менән генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре менән өйрәнеү юҫығына йүнәлтте. Балалар баҡсаһын тарафынан милли кейем темаһы, юҡҡа ғына һайланманы, сөнки патриотик тәрбиә белем биреү өлкәһенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Ата-әсәләр яғынан ҡыҙыҡһыныу һәм ярҙам тойоу үтә ҡыуаныслы булды. Кемдер башҡорт халыҡ кейемдәрен һүрәттәрҙән, кинолар аша күргән, ә кемдер Республика кимәлендә үткәрелгән Шәжәрә байрамында ҡатнашҡан тәҫьораттары менән уртаҡлаштылар. Тәрбиәселәр менән ата-әсәләрҙең эше мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды. Тәрбиәселәр ҙә, балалар һәм ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашттылар. Тәрбиәселәрҙең эш һөҙөмтәһенән сығып балалар баҡсаһында милли ҡурсаҡтарҙың мини-музейын булдырырға ҡарар иттек, сөнки унда балалар төрлө милли костюмдарҙың, уларҙың ҡайҙан килеп сығышын өйрәнәсәк.