Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимовтың ҡотлауы.

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Үҙ яҙмышығыҙҙы ауыр, ә ҡайһы ваҡытта ҡурҡыныс та, әммә ғәҙел һәм кешеләргә бик кәрәкле һөнәр менән бәйләп, һайлаған тормош юлына тоғро булыуығыҙҙы бер нисә тапҡыр иҫбатланығыҙ. Тап һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәрегеҙ өсөн республика баш ҡалаһында тотороҡло һәм тыныс хәл, кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре һаҡлана.

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ көндәлек хәүефле эш менән бәйле һәм һеҙҙән ҡыйыулыҡ, ныҡлылыҡ, сабырлыҡ, иғтибар, көс талап итә. Һеҙ мәңге йәмәғәт тәртибе, граждандарыбыҙҙың хоҡуҡтары һәм иректәре һағында торорһоғыҙ, Рәсәй полицияһының билдәле традицияларын һаҡлап ҡалырһығыҙ, тип ышанам.

Был байрам көнөндә иң йылы рәхмәт һүҙҙәрен эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүгә бөтә ғүмерен бағышлаған һәм бөгөнгө көндә тәртип һаҡсыларының йәш быуынына бай хеҙмәт тәжрибәһен тапшырған ветерандарға еткерәм.

Һеҙгә тыуған ҡалабыҙ һәм республикабыҙ өсөн хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем!
Байрам менән!


Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы
вазифаһын башҡарыусы              Р.Ә. Мөслимов


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA