05.11.2020
906
«Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проектына ярашлы, «Росток» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге грант ота. Өфөнөң Дим районында урынлашҡан учреждениела капиталь ремонт уҙғарыла, яңы йыһаздар һатып алына, тәрбиәләнеүселәр өсөн урындар өҫтәлә. Ентекләберәк хәбәрсебеҙ Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Шөрөп, конструктор өлөштәре, тәгәрмәс һәм батареялар. Робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙең өҫтәлендә һәр нәмә тәртиптә булырға тейеш. Конструктор өлөштәре дөрөҫ итеп йыйылған осраҡта ғына робот үҙ аллы операциялар башҡара аласаҡ. Быны «Росток» балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүселәре яҡшы белә. Баш мейеһе функцияларын тикшереү ҙә иғтибарлы булыуҙы талап итә. 15 йәшлек Максим Мальгинов киләсәктә хирург булырға хыяллана. Шуға күрә өҫтәмә белем алыу һорауы тыуғас, шикләнмәйенсә биология һәм химия йүнәлешен һайлай.
Ниндәй ваҡытта мейенең ҡайһы өлөштәре эшләгәнен тикшерәбеҙ. Бында өсөнсө йыл йөрөйөм, быйыл кешенең нервы күҙәнәктәрен өйрәнергә булдым.
Максим Мальгинов:
«Росток» балалар экология-биология үҙәге малай-ҡыҙҙарға өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнә. Бында 2500 бала йөрөй, уларҙы 40 педагог уҡыта. Быйыл «Һәр баланың уңышы» федераль проекты буйынса «Росток» үҙәге 5 миллион һумдан ашыу грант ота. Проект балаларға өҫтәмә белем биреү һәм уларҙы мәҙәни яҡтан тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Грант аҡсаһы учреждениены заманса йыһазландырыуға ҡулланыла. Яңы мебель, лабораториялар өсөн махсус ҡоролмалар, 3Д принтер, ноутбук, интерактив таҡта һатып алына. Бинала капиталь ремонт башҡарыла.
Балалар экология буйынса һанлы лабораторияны үҙләштереп тә өлгөргән. Ҡоролма реаль ваҡытта тупраҡ, һыу һәм һауаның 20 төрлө күрһәткесен тикшерә ала. Тәрбиәләнеүселәрҙә таштарҙы өйрнәнеү, уларға тикшереү үткәреү айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.
Киләсәктә технологик һәм туристик йүнәлештәрен үҫтереү, экспедицияларҙа ҡатнашыу маҡсат итеп ҡуйылған, тип бүлешә «Росток» үҙәге директоры.
Ҙур пландар ҡорғанбыҙ, тағы ла бер нисә лабораторияны йыһазландырырға, станоктар урынлаштырырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ Рус география йәмғиәте менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, яҡын арала туристик маршрутты төҙөргә уйлайбыҙ.
Наталья Леушкина, «Росток» балалар экология-биология үҙәге директоры:
Өҫтәмә белем биреү үҙәге санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүгә лә яуаплы ҡарай. Ингән урында температура үлсәнә, ҡулдар антисептик менән эшкәртелә һәм кабинеттар зарарһыҙландырыла. Пандемия осоронда уҡыуҙар төрлө ысул буйынса үткәрелә. Шәхси һәм төркөмләп шөғөлләнеүҙән тыш, дәрестәр ютуб каналы аша онлайн форматта ла үтә.