28.10.2020
1990
Йыл дауамында Өфөлә 70 километрҙан ашыу ҡала урамдары төҙөкләндерелә. Дим районында Дағстан, Хәҡиҡәт һәм Левитан урамдары тулыһынса тәртипкә килтерелде.
Дағстан урамында ике ай эсендә юл ҡатламы яңыртылды. 850 метр юлға һыҙаттар төшөрөлдө. Киләсәктә был урамға реконструкция яһала һәм юл дүрт һыҙатлы була.
Левитан урамында Таллин урамынан алып Яңы Рәсәй урамына тиклемге арауыҡта ремонт булды. Трасса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелде. Эшселәр яңы асфальт ҡатламы түшәне, тротуарҙарҙы яңыртты, яңы юл билдәләре ҡуйҙы. Юл һыҙаттары термопласт менән төшөрөлдө.
Был Хәҡиҡәт урамы. Уның Дим шоссеһынан алып Яңы Рәсәй урамына тиклемге өлөшө төҙөкләндерелде. Участканың оҙонлоғо 1,58 км. Был юл өлөшө социаль әһәмиәткә эйә. Яҡында ғына балалар поликлинкаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы урынлашҡан. Ял һәм байрам көндәрендә Хәҡиҡәт урамында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.
Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәзғетдинов: “Капиталь ремонттан тыш, эшселәр юл соҡорҙарын да яманы. Беҙҙең районда юлда булған 3 мең 200 етешһеҙлек бөтөрөлдө. План тулыһынса үтәлде. Әле квартал-ара юлдар ремонтлана”.
Дим районы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, баш ҡала хакимиәте менән берлектә урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса 2021 йылға план төҙөлә. Дим районында йәшәүселәр 2021 йылдың көҙөнә тиклем Ухтомский урамы ла төҙөкләндерелер тип өмөтләнә.