Миниципалитетта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә компенсация алыуҙың яңы тәртибенә арналған онлайн-брифинг үтте

22 октябрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә компенсация алыуҙың яңы тәртибенә арналған онлайн-брифинг үтте.

Миниципалитетта  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә компенсация алыуҙың яңы тәртибенә арналған онлайн-брифинг үтте

22 октябрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә компенсация алыуҙың яңы тәртибенә арналған онлайн-брифинг үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Николай Калмацкий ҡатнашты.

Алина Сөләймәнова 1 июлдән льготалы категория граждандарына торлаҡ - коммуналь хеҙмәттәрен түләүгә сығымдарҙы аҡсалата компенсация күләмен иҫәпләү тәртибе үҙгәреүе тураһында иҫкәртте.

- Был үҙгәрештәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, радиация йоғонтоһона дусар ителеүселәргә, шулай уҡ хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Әлбиттә, түләү күләме үҙгәрештәренә бәйле беҙ граждандарҙан күп мөрәжәғәттәр һәм шылтыратыуҙар ҡабул иттек, - тип билдәләп үтте ул.

Быға тиклем аҡсалата компенсацияһының күләме республика стандарттарынан сығып иҫәпләнде. Уны Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте йыл һайын муниципаль берәмектәре буйынса билдәләне.

- 1 июлдән аҡсалата компенсация күләме льготалы категория граждандарға  торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләү сығымдарынан сығып индивидуаль рәүештә процент нисбәтенә ҡарап һанап сығарыла. Иҫәпләүҙәр социаль торлаҡ майҙаны нормаһы һәм коммуналь хеҙмәттәрен ҡулланыуының норматив сиктәрендә билдәләнә. Компенсация һәр граждан өсөн индивидуаль һәм бер нисә шарттарға бәйле, - тип асыҡланы Алина Сөләймәнова.

Брифинг дауамында Дмитрий Колмацкий айлыҡ аҡсалата компенсацияһына бәйле ентеклеберәк мәғлүмәт еткерҙе.

Айлыҡ аҡсалата компенсация тураһында һорауҙар буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки «ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына: 8 (347) 242-76-14 мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бынан тыш, граждандар «Наша забота» үҙәгенә (8800-201-89-03) мөрәжәғәт итә ала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA