Өфөлә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү барышы менән танышты

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың июль айында башланған көньяҡ йүнәлештәге сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙең төҙөлөшө дауам итә. 

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың июль айында башланған көньяҡ йүнәлештәге сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙең төҙөлөшө дауам итә. Төҙөлөш эштәре 52 процентҡа башҡарылған. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре объекттың эш барышы менән танышты.

Бөгөнгө көндә күперҙең биш нығытмаларында эштәр тулыһынса башҡарылған. Әлегә монтажлау, иретеп - йәбештереү һәм башҡа эштәр үтәлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Василий Чекуров әйтеүенсә, һыуыҡ көндәр башланғанға тиклем ҡоролмаларҙа барлыҡ отделка эштәре тамамланасаҡ.

Подрядсы ойошма вәкиле әйтеүенсә, төҙөлөш материалдар менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булмай.

Төҙөү эштәре раҫланған график буйынса көн һайын ике сменалап бара. Объектта эште 270 кеше башҡара.

Объект сафҡа индерелгәндән һуң, автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтеләсәк. 688 метр оҙонлоғо тәшкил иткән яңы объект ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индерелеп, Ырымбур яғына бер яҡлы хәрәкәттән торасаҡ. Ҡалаға инеү 1991 йылда һалынған күперҙән, сығыу - яңы күперҙән ойоштороласаҡ.
 
Өфөлә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү барышы менән танышты

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың июль айында башланған көньяҡ йүнәлештәге сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙең төҙөлөшө дауам итә. Төҙөлөш эштәре 52 процентҡа башҡарылған. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре объекттың эш барышы менән танышты.

Бөгөнгө көндә күперҙең биш нығытмаларында эштәр тулыһынса тамамланған. Әлегә монтажлау, иретеп - йәбештереү һәм башҡа эштәр үтәлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Василий Чекуров әйтеүенсә, һыуыҡ көндәр башланғанға тиклем ҡоролмаларҙа барлыҡ отделка эштәре тамамланасаҡ.

Подрядсы ойошма вәкиле әйтеүенсә, төҙөлөш материалдар менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булмай.

Төҙөү эштәре раҫланған график буйынса көн һайын ике сменалап бара. Объектта эште 270 кеше башҡара.

Объект сафҡа индерелгәндән һуң, автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтеләсәк. 688 метр оҙонлоғо тәшкил иткән яңы объект ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индерелеп, Ырымбур яғына бер яҡлы хәрәкәттән торасаҡ. Ҡалаға инеү 1991 йылда һалынған күперҙән, сығыу - яңы күперҙән ойоштороласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA