20.10.2020
1507
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан рәсәйҙәрҙе 4 ноябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә.
Быйыл байрам шаршамбыға тап килә.
Шулай итеп, быйыл ноябрҙең икенсе аҙнаһында рәсәйҙәр дүрт көн эшләй: 2 һәм 3 ноябрҙә, һуңынан ял, ә аҙаҡ — 5 һәм 6 ноябрҙә йәнә эш көндәре.
Өҫтәүенә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.