11.10.2020
1768
Өфө ҡалаһы Ленин районында урынлашҡан «Волна» паркы Республика көнөн үткәреү өсөн ҙур майҙансыҡҡа әүерелде. Бөгөн бында Башҡортостан Республикаһының суверенитет ҡабул итеүенә 30 йыл айҡанлы «Минең тыуған төйәгем» тип исемләнгән киң мәҙәни-күңел асыу программаһы булып үтте.
Парк биләмәһе бер нисә тематик майҙансыҡҡа бүленде. Тантанала ҡунаҡтарҙы ҡаршылаусы ирекмәндәр битлек режимын тикшерҙе . Шулай уҡ теләүселәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн алдан яһала торған прививкалар ҙа һалдыра алды.
Парк аллеяһы буйлап интерактив майҙансыҡтар эшләне. Тарихи реконструкция клубының«Асыҡ һауалағы йәнле тарих музейы»; «Эврик» йәштәр үҙәгенең «Айыу ихатаһы»; «Крәҫтиән көнкүреше»кеүек музей экспозициялары һәм башҡа төрлө дөйөм белем биреү ойошмалары һәм үҫмерҙәр клубының мастер-класы халыҡты үҙенә йәлип итте.
Өфөнөң Ленин районында балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмалары картиналар,декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәлере менән күҙҙең яуын алды.
Йәш быуын вәкилдәре өсөн район китапханалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төҫлө ҡағыҙҙар менән мастер-класс,викторина ойошторолдо.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбенең уҡыусылары һынлы сәнғәт һөйөүселәр өсөн «Өфө ихатаһы»пленэрын үткәрҙе.«Крупенечка» һәм «Ал елкән» ойошмаларының ижади оҫталыҡ дәрестәре күңелдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан һөнәр тапты! Спорт яратыусылар өсөн гир спорты һәм футбол буйынса ярыштар үтте,балалар өсөн «Минең Өфөм – беҙгә бер юлдан» тип аталған майҙансыҡ әүҙем эшләне.
Байрам көнөн иҫтәлектә ҡалдырыу маҡсатынан «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто ҡунаҡтар өсөн тематик фотозона әҙерләне, йәш әсәләр һәм балалар араһында был ҙур популярлыҡ яуланы. Егеттәр араһында айырыуса «Ал елкән» исемле йәштәр клубы берләшмәһенең ҡорал йыйыу һәм уны тиреү буйынса оҫталыҡ дәресе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Паркта шулай уҡ сувенир тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек һатыу ойошторолдо. Райондың ижади коллективтары башҡарыуында концерт программаһы байрам сараһының үҙәге булды. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов бүләкләү тантанаһында ҡунаҡтарҙы ҡотлап тәбрикләне. Республикабыҙың төп байлығы – ул уның халҡы,ярҙамсыл,талантлы,тырыш–тип әйтеп китте ул үҙенең телмәрендә.
Сара сиктәрендә булып үткән концерт программаһында «Галатея», «Тамьян», «Карусель», «Сударушки» ансамблдәре, «Уңыш», «Хыялланыусылар», «Йәдкәр» студиялары, Рудольф Нуриев исемендәге бейеү сәнғәте колледжы уҡыусылары,Заһира Шигаргазина, Камилла Семененко, Айҙар Байтимеров, Кәрим Моратов, Илнар Байбулов,Полина Дудко һәм Гөлфиә Шавалеева үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаны.
Сара дөйөм таҙалыҡты һәм халыҡтың һаулығын һаҡлау сараларына ярашлы үтте.