Республика көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Республика көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһы ҡабул итеүгә 30 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайым! Был иҫтәлекле көндө Башҡортостандың баш ҡалаһы пандемия сәбәпле көҙгә күсерелгән – Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 446 йыллығын да байрам итә.

Республиканың һәм баш ҡалаһының тарихы тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙә хөрмәт күрһәтеү, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, бар эштәрҙә лә берҙәмлеккә йүнәлтелгән йолалар һаҡланып килә. Бында, Европа һәм Азия сигендә,  халыҡтар мәҙәниәте бергә үрелеп бара.

Башҡортостандың ҡаҙаныштары унда йәшәүсе халыҡтың көндәлек хеҙмәтенән килеп сыға. Өфөнөң комплекслы социаль-иҡтисади үҫеше сәнәғәт предприятиелары, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары, ҡулланыусылар баҙары, барлыҡ тармаҡтарҙағы ойошмаларҙың уңышлы эше менән ирешелде.

Быйылғы йыл беҙҙең өсөн мөһим тарихи ваҡиғалар менән билдәләнде. Улар араһында – Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» дәүләт статусын биреү. Бөтә донъя масштабындағы хәл менән бәйле һынауҙар ҙа күп булды, ләкин беҙ улар менән бергәләп, республика етәкселеге һәм Хөкүмәте, федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә булып алға атлайбыҙ.  

Әйҙәгеҙ бергәләп яратҡан Өфөнөң һәм Башҡортостандың үҫешенә һәм сәскә атыуына үҙ көсөбөҙҙе һалайыҡ! Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                          Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA