09.10.2020
2457
Бөгөн Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы байрам үтте.
Башҡортостан Республикаһының үҙ аллы декларация ҡабул итеүенә 30 йыл тулыу айҡанлы ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Яңы концерт залы Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай Башҡарма рәйесе депутаттары Галина Ишмөхәмәтова һәм Владимир Нагорныйға ойошма эшселәренә,ветерандарға,Ленин районы вәкилдәренә үҙ ишеген асты . Саҡырылған ҡунаҡтар барлыҡ булып үткән Башҡортостаныбыҙҙың тарихын иҫкә төшөрөүгә,хеҙмәт ветерандарына ҡотлау һүҙҙәре еткерергә,Ленин районының алдынғы рәттә булған эшмәкәрҙәрен баһалап китеүгә йыйылған ине.
Концерт үҙәгенең танталы өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай Башҡарма рәйесе депутаты Владимир Нагорный байрам менән ҡотлап йылы һүҙҙәрен еткерҙе һәм халыҡҡа үҙ һүҙен әйтте:
–Башҡортостан һәр ваҡыт терәк республика булды . Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҡташтарыбыҙ Еңеү байрамын аяуһыҙ,бар көстәрен һалып яҡынайтҡан,тылдағылар үҙ-үҙҙәрен аямайса хеҙмәт иткән.Һуғыш йылдарынан һуң республика яңынан һулыш алып тергеҙелә һәм үҫеш ала.Ышаныслы тәү рәттәргә килеп баҫа һәм быны пандемия осоронда ла эре проекттарҙы тормошҡа ашырыусы инвесторҙары раҫлап килә,– тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Александр улы.
Ленин районы хакимиәте башлығы һәм шулай уҡ үҙ исеменән Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина ҡотлап үтте. Ул үҙенең докладында быйылғы йылдың ижтимағи-сәйәси үҫештең йомғағы һәм киләсәк 2021 йылғы бурыстар,шулай уҡ район территорияһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың перспективаһы һәм һөҙөмтәләре тураһында һүҙ алып барҙы.
Төрлө күрһәткестәр буйынса Ленин районы алдынғы рәттәрҙең береһендә тора. Был уңышҡа ирешеү район территорияһында 12 ҙур һәм урта сәнәғәт ойошмаларының тотороҡһоҙ эшмәкәрлеге менән бәйле, –тип өҫтәне Лилиә Зәйнуллина.
Үҙәк иғтибар Ленин районының үҫешенә бәйле өҫтөнлөк иткән проекттарға булды .Айырып әйткәндә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите»,«Йәшәргә яраҡһыҙ йорттар һанын ҡыҫҡартыу»,«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»,«Һаулыҡ һаҡлау»,«Мәҙәниәт» һәм йәмәғәтсел инфраструктура үҫеш проекттарын тормошҡа ашырыу. Бынан тыш Лилиә Фәрит ҡыҙы үҙ сығышында «Башҡорт хужалыҡтары» республика программаһының үтәлеүе ,подъездарҙың йүнәлтелеүе,уҡытыу учреждениеларының ныҡлы нығытылыуы тураһында әйтеп үтте.
Шулай уҡ Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары үҙенең телмәрендә торлаҡтар төҙөлөү,мәғариф,мәҙәниәт,спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләргә ентекле туҡтап китте.
–Райондың 34 мәғариф учреждениеһының һәр береһендә уңайлы шарттар булдырылған һәм шуға ла мәғариф системаһы тотороҡһоҙ үҫеш алып бара.
Сара барышында айырылып торған хеҙмәткәрҙәре маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләү тантанаһы булды.
Сараны күп милләтле республика халҡы ярҙамында ойошторолған концерт программаһы тағы ла биҙәне . «Тамьян»башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле һәм уларҙың етәксеһе Заһир Шагаргазин,«Йәдкәр» вокаль студияһы,бейеү конкурстары лауреаты Илнар Байбулов,«Ал елкән»йәштәр клубы берекмәһе уҡыусыһы,автор-башҡарыусы Гөлфиә Шавалеева үҙҙәренең музыкаль бүләктәре менән сығыш яһанылар.