Өфө ООН Генераль Ассамблеяһының төбәк һәм урындағы властарҙың форумында ҡатнашты

8 октябрҙә видеоконференц бәйләнеш ярҙамында ООН-дың 75-се Генераль Ассамблеяһының төбәк һәм урындағы властарҙың форумы үтте. Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова ҡатнашты.

8 октябрҙә видеоконференц бәйләнеш ярҙамында ООН-дың 75-се Генераль Ассамблеяһының төбәк һәм урындағы властарҙың форумы үтте. Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова ҡатнашты.

Сығышында ул «Берләшкән ҡалалар һәм урындағы власть» Бөтә донъя ойошмаһының президенты Мөхәмәд Бодра һәм «Берләшкән ҡалалар һәм урындағы власть» Бөтә донъя ойошмаһының Евразия төбәк бүлексәһе президентына Ильсур Метшинға төбәк һәм урындағы властарға глобаль фекер алышыуҙа ҡатнашырға мөмкинлектәр булдырылғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе. Өфө ҡалаһы һәм республика тураһында һөйләне һәм глобаль идара итеүҙә яңы модель булдырыу кәрәклеген әйтте, һәм унда урындағы властарҙың глобаль ҡарар ҡабул итеү процесында әүҙем ҡатнашлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Шулай уҡ идара итеүгә цифровизация һәм заман технологик процестарын индереү мәсьәләһенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм. Улар бөгөн тәжрибә алмашыу мөмкинлеген еңеләйтә һәм идара итеү эшенә халыҡты йәлеп итә, - тип билдәләп үтте Алина Сөләймәнова.

Миҫалға ул Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең рәсми сайтын килтерҙе. Сайтта интерактив карталары ярҙамында халыҡ менән тура бәйләнеш булдырылған, уларҙы борсоған мәсьәләләр хәл ителә. Ә «Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар» порталы власть һәм бизнесҡа асыҡ мөнәсәбәт булдырырға булышлыҡ итә.

Сығышы аҙағында Алина Сөләймәнова форумда ҡатнашыусыларҙы 2021 йылда Өфөлә үтәсәк умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресында һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашырға саҡырҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA