08.10.2020
966
Был көндө теләгән һәр кеше 2021 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылды.
Бер нисә сәғәт эсендә Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре ҡалала һәм республикала нәшер ителгән башҡорт һәм рус телдәрендәге 150-нән ашыу гәзит-журналға яҙылды.
Хакимиәттәге ошо сараны ойоштороуҙа һәр ваҡыттағыса «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтте.
Баҫмаларға үҙҙәре яҙылыуҙан тыш, күптәр туған-тыумасаһы һәм ветерандар хаҡында ла хәстәрлек күрҙе. Һөҙөмтәлә улар ҙа ҡала һәм республикалағы хәл-ваҡиғалар менән танышып барасаҡ.
Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылыр өсөн әлегә ваҡытығыҙ бар.Ҡала һәм республика тормошонан ситтә ҡалмайым тиһәгеҙ, һуңламағыҙ, яҙылығыҙ!