07.10.2020
1774
Башҡортостан республикаһының Роспотребнадзор идаралығы грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойошторҙо.
Белгестәр грипп һәм уның эҙемтәләре, йәмәғәт һәм шәхси профилактик саралары тураһында, ата-әсәгә киҙеү эпидемияһы осоронда баланы сирҙән аралау буйынса тәҡдимдәр бирергә әҙер.
8-800-700-90-30 һандар буйынса иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. «Ҡыҙыу элемтә» 12 октябргә тиклем эшләй.