Республика көнөндә Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ике майҙансыҡта салют көтә

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһын ҡабул итеүгә 30 йыл тулыуы һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 446 йыллығына арналған байрам сараларына әҙерлек тураһында сираттағы оператив кәңәшмәлә 22 сентябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һөйләне.

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле Ҡала көнөн, Рәсәй көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү көҙгә күсерелгән ине. Шулай итеп, 11 октрябрҙә Өфө халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары Республика көнө менән бер юлы дүрт байрам үткәрәсәктәр. Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, барлыҡ саралар ҙа санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп ойоштороласаҡ.

Төп саралар 11 октябрҙә үтәсәк һәм йола буйынса Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыу менән башланасаҡ.

Төп концерт Рус драма театры алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана. Бында республиканың һәм ҡаланың билдәле артистары, ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Тамаша төнгө 11-ҙә фейерверк менән тамамлана. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр өсөн байрам салюты «Беренсе Май » паркында ойоштороласаҡ.

Республика байрам программаһы «Торатау» Конгресс-холлы амфитеатры биләмәһендә уҙасаҡ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн сәхнәлә федераль һәм республика кимәлендәге йондоҙҙар сығыш яһаясаҡ.

Ҡаланың һәр кешеһе байрамда ҡатнаша алһын өсөн, ике төп майҙансыҡтағы сараларҙан тыш, Республика көнөндә ҡаланың барлыҡ райондарында ла өҫтәмә майҙансыҡтар булдырыласаҡ.

Бынан тыш, барлыҡ райондарҙа байрам йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Барлыҡ мәҙәниәт, мәғариф, спорт учреждениелары байрам сараларына әҙерләнеүгә район хакимиәттәре менән бергә ҡушылдылар.

Байрам саралары планы проекты менән Өфө Хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.  Билдәләп үтәбеҙ, проектта үҙгәрештәр булырға мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA