Өлфәт Мостафин Хәйбулла районында «Башҡортостан» аллеяһын ултыртыуҙа ҡатнашты

19 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында булып, «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһында ҡатнашты. Быйыл сара беренсе тапҡыр «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә уҙғарыла.

Хәйбулла районының 90 йыллығына бағышлап республика Башлығы, министрлыҡ, ведомстволар һәм муниципалитет етәкселәре 112 ҡарағайҙан һәм миләштән торған «Башҡортостан» аллеяһын ултыртты. Һәр үҫенте аныҡ биләмәне йәки башҡарма власть органын билдәләй.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы республикала дүртенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр яҙ уның сиктәрендә Башҡортостандың район һәм ҡалаларында 1,5 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртһалар, көҙ тағы ла уларға 69 мең үҫенте өҫтәлгән. Быйыл яҙын иһә, ҡатмарлы санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, 77 мең самаһы ағас ултыртылған.

Сентябрҙә акция ике этапта – 19 һәм 26 сентябрҙә үтәсәк. Унда 100 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ, 25 меңгә яҡын үҫенте ултыртыласаҡ, тип күҙаллана. Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса, ағастар һәм ҡыуаҡтар «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән урындарҙа ла ултыртыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA