Өфөлә ваҡытынан алда яғыу мәле башланды

17 сентябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин 2020-2021 йылдарҙағы яғыу мәле башланыуы тураһында ҡарар имзаланы. Быға тиклем, 15 сентябрҙә, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, дауаханаларға һәм башҡа социаль учреждениеларға йылылыҡ бирә башлағандар ине.

Ҡарарҙа йылы энергияһы менән тәьмин итеүсе предприятиелар етәкселәренә ҡулланыусыларға, уларҙың ғаризалары нигеҙендә, йылы бирергә ҡушылды.

Ҡулланыусыларҙы ваҡытында йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоу Өфө ҡалаһы Хакимиәте  идаралары  етәкселәренең, баш ҡала райондары хакимиәте башлыҡтарына йөкмәтелә.

Барлыҡ һорауҙар буйынса хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға, идара итеүсе компанияларға, шулай уҡ 112 телефоны буйынса Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-диспетчерлыҡ үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA